Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Включить версию для слабовидящих
Главная | Регистрация | Вход | RSSПонедельник, 19.08.2019, 04:25

МОБУ СОШ с.Билялово

Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная страница новости

Добавить новость ]

Һау бул, "ЮЛДАШ"!

 

Просмотров: 22 | Добавил: adminbilal | Дата: 22.06.2019 | Комментарии (0)

20.06.19. "Юлдашта" - үҙидаралыҡ көнө. Балалар-әйҙәүселәр, әйҙәүсе-тәрбиәселәр-балалар ролендә. Бергәләп уйнаныҡ, ял иттек, йырлап - бейенек. Иң аҙаҡтан "Дуҫлыҡ" флешмобына төштөк.

... Читать дальше »

Просмотров: 22 | Добавил: adminbilal | Дата: 20.06.2019 | Комментарии (0)

19.06.19  "Йәйләүҙә" - заманса әкиәт сәхнәләштереү. Ҡыпсаҡтар бигерәк килештереп "ҡыҙыл ҡалпаҡ", тамъяндар -"Йоморо икмәкте", бөрйәндәр - "Шалҡан" әкиәтен импровизациялап сәхнәләштерҙеләр. Йәшел сирәмдә түңәрәкләп ултырған балалар ауыҙҙарын асып, был заманса стилдәге әкиәттәрҙе рәхәтләнеп көлә-көлә тамаша ҡылдылар. Хәйҙәрова Илгенәнең, Ильясов Сыңғыҙҙың, Кинйәбулатова Уралияның, Боҫҡонов Шәһиттең, ролдәренә инеп, бирелеп уйнауҙарын барыһы ла бик оҡшатты. Һөҙөмтәлә, өс ырыуға ла "бишле" билдәһе ҡуйылды, уларға рәхмәт әйтелде. Ысын әртистәрең ары торһон бына ошондай оҫта уйнаған балалар барҙа!

... Читать дальше »

Просмотров: 29 | Добавил: adminbilal | Дата: 20.06.2019 | Комментарии (0)

18.06  Бөгөн беҙҙә "Йәйләү һылыуҡайы" һәм шул ваҡытта "Йәйләү батыры" бәйгеһе. Ҡыҙҙарға тәрбиәсе Р.Ғ Хәйҙәрова, ә малайҙарға физрук А.А.Әминев әҙерләнеп үткәрҙе. "Йәйләү һылыуҡайы" конкурсына "Бөрйән" ырыуынан Ғайсина Наҙгөл менән Иҫәньюлова Нурания, "Ҡыпсаҡтан" Әминева Айгөл, "Тамъян" ырыуынан Хажиева Динә көс һынашты. Һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштырып киткәндән һуң, башҡорт милли аҙыҡтары-ҡорот, ҡымыҙ, эремсекте рекламалаһалар, тегеү. бәйләү, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биреү, бантик бәйләү кеүек эштәрҙе лә үтәнеләр. Иң һуңында һәр ҡыҙ үҙенең һөнәрен күрһәтте. Нурания матур итеп йырлаһа, Айгөл һығылмалы күнегеүҙәр башҡарҙы, Динә үҙенең хоббиһы-һүрәт төшөрөргә яратыуын һөйләне, ә Наҙгөл "Ҡымыҙ бешеү"тигән бейеүен тамашасыларға бүләк итте. Һөҙөмтәлә, иң юғары мәрәйҙәр йыйып, Ғайсина Наҙгөл менән Хажиева Динә 1-се урынға сыҡты, 2-се урында Әминева А ... Читать дальше »

Просмотров: 35 | Добавил: adminbilal | Дата: 19.06.2019 | Комментарии (0)

“Юлдашта” бөгөн балаларҙың яратып уйнаған уйындары "Күңелле старттар". Уны “Бөрйән” ырыуы тәрбиәсеһе Э.М. Ғәбдрәшитова әҙерләп үткәрҙе.

Уйын бик көсөргәнешле барҙы. Арҡаға ҡағыҙ ҡуйып һүрәт эшләү, бер-береһен йөкмәшеп билдәле араны үтеү, “Һаңғырау телефон”, тубырсыҡты таяҡ менән этеп соҡорға төшөрөү, гәзиткә баҫып аҙымлап барыу, өс төрлө ярманы айырыу, яулыҡ, галош, алъяпҡыс кейеп йүгереү, сәскәләр йыйыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып уҙышыу - береһе лә ҡалманы. Ниһайәт, иң күп 53 мәрәй йыйып “Бөрйән” ырыуы 1-се, 51 мәрәй менән & ... Читать дальше »

Просмотров: 42 | Добавил: adminbilal | Дата: 16.06.2019 | Комментарии (0)

15.06.19 Ырыуҙарҙың концертынан һуң күмәкләп төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнаныҡ. Балаларға бигерәк тә музыка аҫтында ҡулдан-ҡулға "тылсымлы таяҡты" ебәреп, наказ үтәү оҡшап ҡалды. Кемеһе-әбей, кемеһе әтәс, йә сусҡа йәки икенсе бер йәнлекте эләкләп күрһәтеү, "мунса ташы" алыу һ.б эштәр бик ҡыҙыҡлы, күңелле булды. Аҙаҡтан күмәкләп ритайым һуҡтыҡ.

... Читать дальше »

Просмотров: 29 | Добавил: adminbilal | Дата: 16.06.2019 | Комментарии (0)

14.06.19 Бөгөн беҙҙә көтөп алған турслет! Тәрбиәсе Римма Рим ҡыҙы Мурзина "Йәйләү" балаларын бер түңәрәккә йыйып, яҡшы итеп аңлатҡас, уйын башланып китте. Тәүге туҡталышта уҡ беҙҙе аҡ ҡашлы, оҙон мыйыҡлы "Урман эйәһе" ҡаршы алды һәм эш тә ҡушты: бик күп әйберҙәр араһынан тик походҡа йә экскурсия өсөн кәрәкле генә әйберҙәрҙе тиҙ генә рюкзакка тултырып, киләһе ҡаршылыҡҡа юл тоторға әйтте. Артабан беҙ "үрмәксе ауынан" да, "түңгәктәр"ҙән һикереп, йылға аша сығырға, быуанан бер-беребеҙҙе йөкмәп, ҡыуыш эсендә ятҡан бәйле "әсирҙәрҙе" ҡотҡарып, лабиринт аша үтеп, ҡайһы ерҙә шыуышып, ҡайһы ерҙә йүгереп туп, йә уҡ атып, "талпандар" һырыған иптәштәребеҙҙе ҡотҡарып, боулингта ла көс һынап, финишҡа барып еттек.Турслет беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте, иң мөһиме, унда берәү ҙә ситтә ҡалманы, һәр береһе жетон йыйып, дөйөм иҫәпкә өлөш индерҙе. Йылдамлыҡҡа, тиҙлеккә, отҡорлоҡҡа, сослоҡҡа ар ... Читать дальше »

Просмотров: 36 | Добавил: adminbilal | Дата: 15.06.2019 | Комментарии (0)

13.06.19. "Юлдаш" һауыҡтырыу лагерында тәрбиәләнеүселәр бөгөн ағинәйҙәр менән берлектә Суҡҡарағас буйында байрамға барҙылар. Яңы йола "Сәғәт һуҡҡан көн" тип атала ул.Был көндә файҙалы үләндәр, таштар йыйырға, миндек бәйләргә һ.б була. Был турала балаларға ағинәйҙәр матур итеп һөйләп аңлаттылар.Үҙҙәре йәш саҡта уйнаған "Зилим", "Наза", "Күмер йөҙөк" кеүек уйындар өйрәттеләр. Бергәләп күңел асып ҡайттылар балалар төп корпусҡа-мәктәпкә тәбиғәт ҡосағынан. Ә унда иһә балаларҙы, тәмле төшкө аш көтә ине.

... Читать дальше »

Просмотров: 50 | Добавил: adminbilal | Дата: 13.06.2019 | Комментарии (0)

12 июнь - Рәсәй көнө. Был көнгә ҡарата балалар саф һауала төрлө хәрәкәтле халыҡ уйындары уйнанылар һәм күмәкләп флешмоб бейенеләр, йырлап күңел астылар.

 

Просмотров: 20 | Добавил: adminbilal | Дата: 12.06.2019 | Комментарии (0)

11.06.19

"Юлдаш" йәйге һауыҡтырыу лагерында Рәсәй көнөнә ҡарата "Халыҡтар дуҫлығы" байрамы үткәрелде. Байрамға әҙерлек алдан алып барылды.Ҡыпсаҡтар" күрше татар халҡын, уның аш-һыуы-сәксәкте рекламаланылар, йолаһын күрһәттеләр, татарса йырлап-бейеп күңел астылар. "Тамъяндар" иһә Һиндостанда йәшәүселәрҙең милләтен һайлағандар, тап уларса итеп кейенешеп алғандар, башҡорт ҡыҙҙары һиндтарҙан бер ҙә кәм түгелдәр ине. Һинд көйө аҫтында егет "кәләште" үҙенең йортона төшөрҙө, ҡыҙҙың иптәш ҡыҙҙары оҙатып барҙылар. Ошо халыҡтың йола-көнкүрешен өйрәнеп, тамъяндар лагерь балаларын алыҫ илдә "сәйәхәт иттерҙеләр. "Бөрйәндәр" күршеләребеҙ-ҡаҙаҡ милләтен сағылдырҙылар. Ҡаҙаҡ һалмаһын һүрәтләп һөйләп киттеләр, ҡаҙаҡса һөйләшеп, йырлап ҡаранылар. Байрам һуңында бөтә лагерь "Дуҫлыҡ" флешмобына төшөп б ... Читать дальше »

Просмотров: 42 | Добавил: adminbilal | Дата: 11.06.2019 | Комментарии (0)

1 2 3 ... 29 30 »

Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Август 2019  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031
Архив записей
Друзья сайта
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Copyright MyCorp © 2019
    Хостинг от uCoz